+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 22:58

Башҡорт балалар баҡсаһы «Йәншишмә» исемен йөрөтәсәк

Салауат ҡалаһындағы башҡорт балалар баҡсаһы «Йәншишмә» исемен йөрөтәсәк. Бик тә ҡыуаныслы!

Был хаҡта «Бәйләнештә» селтәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмө хәбәр итә. Салауат ҡалаһының башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров әйтеүенсә, башҡорт төркөмдәрен етәкләйәсәк барлыҡ тәрбиәселәр ҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының курстарында тәжрибәләрен арттырған.
– Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы балалар баҡсаһын шефлыҡҡа алды, учреждение эшмәкәрлеген йәмәғәтселек исеменән күҙәтәсәк. Әле беҙ бағыусылар менән һөйләшәбеҙ, тәүге осорҙа балалар баҡсаһын кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүҙә ярҙам эҙләйбеҙ. Салауат ҡалаһының башҡорт йәмәғәтселеге бөтә рәсми ҡағыҙҙар раҫланып, башҡорт балалар баҡсаһының рәсми асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә, — тип тә белдерҙе Азат Юлтимеров.
Читайте нас: