+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 00:46

Полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү буйынса стратегик сессия ойошторолдо

Бөгөн, 21 ноябрҙә, «SKOLKOVO» Мәскәү идара мәктәбе, Миңзәлә Ишморатованың балаларға белем биреүҙе үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Башҡортостанда полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү буйынса стратегик сессия ойошторҙо. Был сарала полилингваль белем усаҡтарының директорҙары, педагогтар һәм республикабыҙҙа полилингваль белем биреүҙе индергән ғалимдар һәм белгестәр ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, 2019 йылдан башлап республикабыҙҙа полилингваль белем биреү проекты тормошҡа ашырыла. Республика Башлығы Указына ярашлы, әлеге белем биреү усаҡтарының селтәрҙәрен асыу – 2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәренең береһе. Әлеге йылдың 12 ноябрендә Хөкүмәт ҡарары менән полилингваль күп йүнәлешле белем биреү ойошмаларының үҫеш концепцияһы ла раҫланды.
Стратегик сессияла ҡатнашыусыларҙы Хөкүмәттең Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне. Уның әйтеүенсә, полилингваль белем биреү проекты республикабыҙҙың мәғариф системаһында ғына түгел, Рәсәйҙә лә бик көнүҙәк һәм ҙур проект.
Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева Башҡортостанда полилингваль күп йүнәлешле мәктәптәрҙең үҫеш концепцияһының төп фекерҙәре менән таныштырҙы. Әлеге концепция дөйөм дәүләт һәм республика халыҡтарының этномәҙәни ихтыяждары, тыуған илебеҙҙәге һәм сит илдәрҙәге иң яҡшы белем биреү тәжрибәләре һәм республикабыҙҙағы белем биреү системаһының эшләү үҙенсәлектәре иҫәпкә алынып, булдырылған.
Сессия ҡатнашыусыларына Ҡаҙағстан Республикаһынан философия докторы Лаура Карабасованың сығышы бигерәк тә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул белем биреү системаһында һәм дәүләт идаралығында өс телдә белем биреүҙе индереү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Һуңынан стратегик сессияла ҡатнашыусылар дүрт төркөмгә бүленеп, эштәрен дауам итте. Унан барыһы ла пленар өлөшкә йыйылып, концепциялары, уй-фекерҙәре менән бүлеште.
Читайте нас: