+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 14:33

Интернет-викторинаға бөгөн теркәлергә кәрәк

Дуҫтар, күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет-викторинала ҡатнаша алаһығыҙ.

Уны мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Интернет-викторинаның маҡсаты – күренекле совет дипломаты тормошо һәм эшмәкәрлегенә йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бында республикабыҙ белем биреү учреждениеларының VI – XI синыф уҡыусылары көсөн һынай ала.
Интернет-викторинала ҡатнашыу өсөн бөгөн, 23 ноябрҙә, сайтта теркәлергә кәрәк. Ә 24 ноябрҙә интернет-викторина иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем үтәсәк. Ҡатнашыусыларға яуап варианттары менән 40 һорау ебәрелә, уларҙың дөрөҫтәрен генә һайларға кәрәк. Тесты үтеү өсөн 1 сәғәт ваҡыт бирелә.
Интернет-викторинаны үткән һәр береһенә ҡатнашыу сертификаты биреләсәк. Барыһы хаҡында тулыраҡ мәғариф һәм фән министрлығының сайтында алырға мөмкин.

Читайте нас: