+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 07:57

Күп мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил делегациялары башлыҡтары менән осрашыуҙа сығыш яһаны.

Әйтергә кәрәк, "20 төркөм" саммиты Сәғүд Ғәрәбстаны рәйеслегендә 21 — 22 ноябрҙә видеоконференция режимында уҙҙы. Форумдың көн һорауында коронавирус пандемияһы эҙемтәләрен еңеп сығыу, вакциналар менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу, донъя иҡтисадын, халыҡ-ара сауҙаны, мәшғүллекте тергеҙеү, шулай уҡ һанлы иҡтисад өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, климат үҙгәреү менән көрәш, тирә-яҡ мөхитте, энергетиканы һаҡлау мәсьәләләре һәм коррупцияға ҡаршы тороу проблемалары ҡаралды.



Читайте нас: