+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 13:18

Сосланбәк Тавасиевтың ижади эштәренән күргәҙмә асыла

Баш ҡалабыҙҙың Милли музейында бөйөк скульптор, Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиевтың ижади эштәренә арналған күргәҙмә асыла.

Был «Абрамцево» музей-ҡурсаулығы йыйылмаһынан һәм рәссам ғаиләһенән килтерелгән 28 графика һәм скульптура эштәре уның ижади юлын күрһәтә. Күргәҙмә өс бүлектән – «Башланғыстар, Советтар иле тарихы һәм оҫталыҡтың үҫеше», «Яңы Абрамцево», «Салауат Юлаевҡа һәйкәл»дән тора.
«Сосланбәк Тавасиев. Ҡаһарманлыҡтары, даны» тигән күргәҙмә 26 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә асылып, 20 декабргә тиклем дауам итәсәк. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Читайте нас: