+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 15:38

Онлайн-фестиваль Башҡорт теле көнөнә арнала

Республикабыҙҙа башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале старт алды. Был сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Бәйгелә 16-нан 65 йәшкәсә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт халыҡ оҙон көйөн башҡарған видеояҙмағыҙҙы социаль селтәрҙәргә #үлемһеҙйырҙар2020 хэштегы менән ҡуйырға кәрәк. Уның оҙонлоғо – 3 минутҡа тиклем. Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Бәйләнештә», «Инстаграм»дағы аккаунттарын билдәләргә лә онотмағыҙ.
Онлайн-фестиваль 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә тамамланасаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: : 8(347)289-65-50.
Читайте нас: