+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 07:42

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында бөтә уңайлы шарттар ҙа бар

Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.

Был фельдшер-акушерлыҡ пункты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Медик-санитар ярҙамдың тәүге звеноһын үҫтереү" программаһы буйынса алынған. Яңы бинаның майҙаны — 92 квадрат метр. Бында беренсел ярҙамды 1 мең 176 кеше аласаҡ.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты хәҙерге заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап бирә, кәрәкле медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Медицина кабинеты, ҡарау, процедура бүлмәләрендә бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған.



Читайте нас: