+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 10:52

Ҡала конкурсында Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе булды

Баш ҡалабыҙҙа йыл һайын үткәрелгән «Йәш ғаилә» ҡала конкурсында Орджоникидзе районынан Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Улар республика этабында көсөн һынаясаҡ.

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл пандемия шарттарында бәйге тамашасыларһыҙ ғына үткән. Өфөнөң иң яҡшы ғаиләһе исемен алыу өсөн ғаиләләргә «Ғаилә стендапы», «Ғаилә ҡиммәттәренең социаль рекламаһы», «Интеллектуаль квиз» һынауҙарында күберәк мәрәй йыйырға кәрәк булған.
Шулай итеп, иң шәп ғаилә тип Рөстәм һәм Нурзиә Хәсәновтар ғаиләһе аталған, улар Нурсолтан һәм Сәлимә исемле балалар үҫтерә. Ғаилә башлығы Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡытһа, Нурзиәгә һөнәрен алмаштырырға тура килгән. Быға тиклем «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән, әле – һатыу буйынса менеджер. Улдары Нурсолтан музыка мәктәбендә баян синыфында уҡый, каратэ, шахмат менән шөғөлләнә. Сәлимә һүрәт төшөрөү, гимнастика менән мауыға.
Читайте нас: