Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 11:59

«Башҡорт шәле» республика фестиваль-конкурсы үтәсәк

Башҡортостанда «Башҡорт шәле» республика фестиваль-конкурсы 7 – 11 декабрҙә үтәсәк. Ижади һынауҙа республикабыҙҙың иң шәп шәл оҫталары ярышасаҡ.

7 – 8 декабрҙә баһалама төркөмө «Урал» республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ сәнғәте галереяһында конкурсҡа ебәрелгән ижади эштәргә йомғаҡ яһаясаҡ. Ә 9, 10 декабрҙә «Нисек һәйбәт дебет шәле һайларға?», «Башҡорт шәле оҫталарының яратҡан биҙәктәре», «Һуғылған башҡорт шәле» темаларына оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ.
Фестиваль-конкурс 11 декабрҙә «Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы йомғаҡтары һәм дебет шәл бәйләү кәсебен үҫтереү» темаһына «түңәрәк өҫтәл» менән тамамланасаҡ.
Конкурсҡа ғаризалар һәм эштәр 4 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56-сы йорт адресы буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас в