+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 15:57

Эстафета - Дүртөйлөлә!

Быйыл Башҡорт теле йылы икәнлеген иҫәпкә алып, әүҙем эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһын башлап ебәрҙек бит инде. Шөкөр, иртә менән һөйөнөслө хәбәр килеп тә етте.

Тоғро, дуҫыбыҙ Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатова "Йәншишмә" гәзитен яҙҙырған. Ура-а-а! Артабан сылбырҙы тоғро дуҫыбыҙ, Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы Камаловаға тапшыра. Афарин! Артабан кем булыр икән?
Читайте нас: