+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 12:40

Ауыр хәлдә ҡалғандарға бушлай төшкө аш таратыла

Баш ҡалабыҙҙа «Депутаттар хәстәрлеге» тигән акция бара. Уның буйынса аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға төшкө аш таратыла.

Ҡайнар төшкө аш өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депуттары шәхсән аҡсаһын түләгән. Был акция төшкө ашта экономиялау мөмкинлеге түгел, ә пандемия ваҡытында, ысынлап та, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға адреслы ярҙам. Ошондай ярҙамды бер ғаиләгә өс тапҡыр алырға була.
Акция башланғандан алып биш көнө эсендә 100-гә яҡын ҡайнар аш таратылған. Ярҙам алыу өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл-үҙәккә ошо телефон буйынса шылтыратырға кәрәк: 8-800-201-89-03.
Читайте нас: