+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 10:28

Күп функциялы үҙәк асыла

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса Ҡариҙел районында күп функциялы үҙәк асыласаҡ.

Уны асыу тантанаһы 30 ноябргә тәғәйенләнгән. Капиталь ремонттан һуң һәм алынған яңы заман ҡоролмаһы ярҙамында күп функциялы үҙәк эшен яңыртылған учреждение кеүек башлаясаҡ.

2020 йылда күп функциялы ауыл клубы капиталь ремонт үткәреүгә республика ҡаҙнаһынан 19 миллиондан ашыу аҡса алды. Ә йыһазландырыуға 3 миллионһум аҡса бүленде.

Улар клубтың матди-техник базаһын нығытыуға, сәхнә кейемен, музыка һәм яҡтылыҡ ҡоролмаларын, видеопроектор, оргтехника, костюм һәм музыка ҡоралдары алыуға йүнәлтеләсәк.

Республикала ошондай күп функциялы 88 клуб булдырылған, шуларҙың өсәүһе — Ҡариҙел районында.




Читайте нас: