+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 10:18

Путин -эш сәфәре менән Саров ҡалаһында

Владимир Путин эш сәфәре менән Нижегород өлкәһенең Саров ҡалаһына килде.

Бында президент Рәсәй федераль йәҙрә үҙәге — эксперименталь физиканың Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү институтында булды, совет атом проекты авторҙарының береһе Юлий Харитон һәйкәленә сәскәләр һалды һәм "Росатом" дәүләт корпорацияһының һанлы продукттары менән танышты. Һуңынан үҙәк майҙансығында видеоконференция режимында кәңәшмә үткәргәс, Нижегород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин менән осрашты.



Читайте нас: