+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 20:43

Баш ҡалала заманса контейнерҙар ҡуйыла

Баш ҡалабыҙҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу системаһын индереү әүҙем дауам итә.

Өфө ихаталарындағы биләмәләрҙә йыш ҡына ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәрҙәге заманса контейнерҙар барлыҡҡа килә. Бында ҡала халҡы сүп-сарҙы йыйып, яңы ваҡыт талап иткәнсә утилләштерә ала.
Эксперттар әйтеүенсә, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы индереү 2019 йылдың ғинуарында башланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса реформаның төп мәсьәләһе булып тора. Туғыҙ ай эсендә баш ҡалабыҙҙа йыйылған һәм сығарылған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың дөйөм күләме 230 мең тонна тәшкил иткән, 58 мең тоннанан ашыу эшкәртелеүгә ебәрелгән. Йыл башынан 1 мең 700-ҙән ашыу евроконтейнер ҡуйылған. Әлеге ваҡытта Өфөнөң 101 мәктәбе һәм 130 балалар баҡсаһы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтары менән йыһазландырылған.
Читайте нас: