+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 20:39

Стәрлетамаҡта виртуаль концерт залы асылды

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса виртуаль концерт залын асыу тантанаһы үтте. Ошондай ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан тамашасыларға "Дуҫлыҡ күпере аша" тигән музыкаль программа күрһәтелде.

Тантананы асыу сараһында республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Наил улы Шәйхетдинов сығыш яһаны. Улар "Мәҙәниәт" милли проектының ҙур әһәмиәтен билдәләп үтте.
Заманса аудио һәм видеотехника, юғары тиҙлектәге интернет селтәре менән йыһазландырылған виртуаль концерт залы Рәсәйҙең иң яҡшы концерт залдары сәхнәләрендә башҡарылған музыкаль әҫәрҙәрҙе юғары сифатта ишеттерергә мөмкинлек бирәсәк. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең музыкаль программаларын үҙебеҙҙең илдекеләр генә түгел, сит илдекеләр ҙә күрә аласаҡ.
Был көндө бейеү театры концертын 100- ләгән кеше ҡараған. Хатта Ҡаҙағстан Республикаһынан ҡаҙаҡ бейеүенең хореограф-ҡуйыусыһы Арман Нурмөхәмәт улы ла онлайн- ҡарауға ҡушылған.
Артистар тамашасыларға донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә тәҡдим итте. Шулай уҡ яратып ҡараған "Башҡортостан," "Бөрйән егеттәре", "Ҡымыҙсылар" хореографик композициялары ла күрһәтелде.
Читайте нас: