+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 22:27

"Хәүефһеҙ юлдар" онлайн-олимпиадаһы башлана

Дуҫтар, 30 ноябрҙән 11 декабргә тиклем Учи.ру платформаһында "Хәүефһеҙ юлдар" Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үтәсәк. Был бәйге "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы ойошторолоп, башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Әйткәндәй, әлеге милли проектты ике йыл тормошҡа ашырыу барышында Рәсәй төбәктәрендә балалар белем биреү һәм ял итеү учреждениеларына илткән 1 мең 400-гә яҡын юл йүнәтелгән. Яңы светофорҙар, юл билдәләре ҡуйылған, йәйәүлеләр йөрөү юлдары рәтләнгән, кәртәләүҙәр йыйылған. Мәктәп һәм балалар баҡсалары эргәһендәге юлдар хәүефһеҙерәккә әйләнһә лә юл-транспорт ваҡиғаһын иҫкәртеү төп эштәрҙең береһе булып ҡала. Йылдан-йыл транспорт хәрәкәте арта, илдең юл селтәре киңәйтелә. Шуға күрә бәләкәйҙән балаларҙа юлдарҙа үҙеңде тотоу мәҙәниәтен булдырыу атай-әсәйҙәрҙең генә түгел, педагогик һәм дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең дә мөһим бурысы булып ҡала.
Был олимпиада ошо йәһәттән үткәрелә лә инде. Ул илдең 85 төбәгендә уҙасаҡ. Бәйгелә башланғыс синыфта уҡыған һәр кем ҡатнаша ала. Һынау ҡыҙҙар һәм малайҙарға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы булған интерактив уҡыу һәм тест эштәренән тора.
Онлайн-олимпиаданың эштәре бәйге башланған көндө Учи.ру платформаһындағы уҡыусының шәхси кабинетында асыҡ буласаҡ. Белем биреү ярышы балалар өсөн бушлай, еңеүселәргә — диплом, ҡатнашыусыларға сертификаттар биреләсәк.
Читайте нас: