+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 22:44

Күргәҙмә 2021 йылдың 30 ғинуарына тиклем эшләйәсәк

Республика Хәрби Дан музейында "1941 —1945 йылғы Бөйөк Ватан йылдарында Башҡортостан медицинаһы" тигән күргәҙмә эшләй башланы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ҙа 50-нән ашыу эвакуация госпитале булдырылған. Ошо ауыр йылдарҙа уларҙа 250 мең тирәһе йәрәхәтләнеүсе һәм сирле дауаланған. Медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә һуғышсылар һәм командирҙарҙың яртыһы тиерлек сафҡа ҡайтарылған. Яраланыусылар һәм сирлеләрҙе дауалауҙа Башҡорт медицина институты ғалимдары ҙур роль уйнай.
Күргәҙмәлә республикабыҙҙың эвакуация госпиталдәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ҙың фармацевтика сәнәғәте тарихы, медицина институты эшмәкәрлеге, күренекле табиптар биографиялары күрһәтелгән, шулай уҡ фотоһүрәттәр һәм медицина ҡоралдары ла бар. Экспозицияла үҙәк урынды операция блогын һынландырыусы "1941 — 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакуация госпитале" тип аталған инсталляция биләй.
Күргәҙмә 2021 йылдың 30 ғинуарына тиклем эшләйәсәк. Дүшәмбе — ял көнө. Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урам, 7, "Еңеү паркы", "ӨДНТУ" туҡталыштары. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347)260 - 44 - 64.
Читайте нас: