+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 22:36

Ҡобағошта фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Учалы районы Ҡобағош ауылында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты.

Әлеге яңы модулле бинала бик уңайлы, яҡты, йылы һәм киң. Бында һыу менән тәьмин итеү, электр йылытыу системалары ҡуйылған. 100 квадрат метр майҙанда пациенттарҙы ҡабул итеү кабинеты, процедура, ҡарау һәм балалар бүлмәләре бар. Улар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡуйылған талаптарға яуап бирә. Бында 400-ҙән ашыу кеше медицина ярҙамы аласаҡ. Уларға уны 22 йыл ауылдаштарын дауалаған фельдшер, акушер Алһыу Фазлетдинова күрһәтәсәк.
Әйткәндәй, был йылда Учалы районы халҡы 7 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты аласаҡ.
Читайте нас: