+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 16:22

Бөгөн – Бөтә донъя йорт хайуандары көнө

Йыл һайын 30 ноябрҙә Бөтә донъя йорт хайуандары көнө билдәләнә.

Ошо уңайҙан күп илдәрҙә төрлө саралар ойошторола. Ҡайҙалыр ҡаты мөғәләмә күрһәтеүҙән хайуандарҙы яҡлау пикеттары үткәрелә, икенсе урындарҙа хайуандарға приют йәки клиника булдырыуҙы күтәргән флешмобтар, эт һәм бесәйҙәргә арналған күргәҙмәләр уҙғарыла.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта бөтә донъя буйынса "Ҡыңғырау" акцияһы киң йәйелдерелә. Ул нимәнән ғибәрәтме? Ҡайһы бер илдәрҙең йәки ҡалаларҙың зоопарктарында балалар 1 минут буйына ҡыңғырауҙар шылтырата. Был иһә бөтәһен дә хайуандарҙы һаҡлау проблемаһына иғтибар итергә саҡыра.
Бөтә донъя йорт хайуандары көнөн нисек генә үткәрһәләр ҙә, бөтә акциялар, сараларҙың маҡсаты — йорт хайуандарын яҡлау мәсьәләләренә киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү (бигерәк тә үҫеп килеүсе йәш быуынды), уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, йорт хайуандарын тәрбиәләү яуаплылығын арттырыуға ҡайтып ҡала. Йорт хайуандары хужалары билдәләүенсә, һәр бер йорт хайуанына ла яҡынайыу юлын табыу бик еңел, тик уларҙы яратырға ғына кәрәк, шул ваҡытта улар һиңә яҡынайыр, яҡшылыҡ менән яуап бирәсәк.
Читайте нас: