+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 19:20

Хәйбуллала – робот техникаһы буйынса чемпионат

Хәйбулла районы белем биреү учреждениелары "Башҡорт баҡыры" яуаплығы сикләнгән йәмғиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.12 декабрҙә райондың мәғариф идаралығы "Башҡорт баҡыры" йәмғиәте менән берлектә Хәйбулла районының 90 йыллығына арнап "РобоСтепь – 2020" белем биреү робот техникаһы буйынса чемпионат ойоштора.

Чемпионат балаларҙа фәнни-техник ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторола.
Ярыштар онлайн форматта уҙасаҡ.
Чемпионатта 4 - 18 йәшлек мәктәпкәсә йәштәге, дөйөм белем биреү мәктәп уҡыусылары командалары ҡатнаша ала.
Унда ҡатнашырга теләүселар 7 декабргә тиклем заявка ебәрергә тейеш.
Һорауҙар буйынса 8-347-58-224-06 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Фото Интернет селтәренән.
Читайте нас: