+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 13:38

"Һылыуҡай" бәйгеһендә тауыш биреү башланды

Дуҫтар, оҙаҡламай , башҡорт һылыуҡайҙарының Бөтә Рәсәй конкурсы финалы үтәсәк. Унда ҡатнашыусылар араһынан «Тамашасы һөйөүе» призына интернетта тауыш биреү башланды. Ул 3 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Үҙ тауышығыҙҙы түбәндәге һылтанма буйынса http://vote.mtv-mix.ru/ бирергә мөмкин. Уның һөҙөмтәһе 3 декабрҙә финалда билдәле буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй төбәктәренән һәм республикабыҙ райондарынан 20 һылыуҡай финалға сыҡты. Проекттың Гала-концерты 3 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. Ул тарихта тәүге тапҡыр онлайн режимда ойошторола. Тамашасылар "Һылыуҡай" конкурсы барышын республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналынан күҙәтә ала.
Читайте нас: