– Шул рәүешле республикабыҙ баш ҡалаһының 450 йыллығына федераль статус бирелә. Тимәк, беҙ Өфөнө үҙгәртеү, ҡаланы заманлаштырыу, уға яңы һулыш өрөү һәм илебеҙҙең терәк ҡалаларының береһе итеү өсөн уникаль мөмкинлек алабыҙ, шул иҫәптән федераль үҙәктән ярҙам иҫәбенә. Шуға күрә өфөләр исеменән президентҡа ҡабул ителгән ҡарар өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, – тип яҙа Радий Фәрит улы.