+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 18:07

Мәҙәниәт министрлығы әҙерләгән саралар

Барығыҙ ҙа белеүегеҙсә, 14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө үткәрелә. Был көн башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән булдырылғайны. Ошо уңайҙан республикабыҙҙа күп саралар үтәсәк. Мәҙәниәт министрлығы ла төрлө саралар планға индергән.

Мәҫәлән, Башҡорт теле көнөндә Милли әҙәбиәт музейында «Минең тыуған яғым, минең туған телем» тигән квест ойошторола. Ул оффлайн рәүештә үҙҙәренең залдарында уҙасаҡ.
Сибай концерт-театр берекмәһе «Тылсымлы ҡурай» балалар әкиәтен күрһәтәсәк. Уны учреждениеның рәсми төркөмөндә https://vk.com/sibayfilarmoniya онлайн рәүештә ҡарарға була. Улар шулай уҡ «Милли ризыҡ тәнгә шифа, йыр-моңдары йәнгә шифа» тигән концерт программаһын да тәҡдим итәсәк.
Республика Хәрби Дан музейында иһә «Ҡәләм менән дә, көрәк менән дә» тигән сара көтөлә. Уларҙың социаль селтәрҙәрендә «Башҡорт әҙәбиәте классиктары һуғыш, патриотлыҡ һәм бурыс тойғоһо тураһында» тигән онлайн-викторинала ҡатнашырға мөмкин.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы күҙәтеү экскурсияһына саҡыра. Социаль селтәрҙәрендә башҡорт телендә «Өс хат» фильмы күрһәтеләсәк.
Республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто ла бик күп саралар планлаштырған. Яҙыусылар, ғалимдар, журналистар менән онлайн-конференция, Ырымбурҙа яҙыусылар менән ижади осрашыу, Ырымбур өлкәһе мәктәптәрендә Башҡорт теле көнөнә арнап синыф сәғәттәре үтәсәк,

Баймаҡ районының «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге этнозалында «Башҡорт телендә һирәк ҡулланылған һәм ҡулланыуҙан төшөп ҡалған хәрби һәм яу атамалары» тигән видео-лекция ойоштороласаҡ.

#БашҡортТеле2020
#Баштел2020
Читайте нас: