+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 05:15

“Йәншишмә” эстафетаһы – Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡта!

Әле 2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара. Иртәгәнән, йәғни 3-өнән 13 декабргә тиклем арзан хаҡҡа яҙылыу башлана. Әүҙем эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһын дауам итәбеҙ.

Республикабыҙҙың әүҙем уҡытыусылары ихлас ҡушыла. Афариндар! Сибайҙағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Билал ҡыҙы Буранғолова эстафетаны сибайҙарға һәм күрше Баймаҡ районына тапшыра!
Артабан "Йәншишмә" эстафетаһын Сибайҙағы гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова һәм Баймаҡ районының Калинин мәктәбе директоры, беҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ Янбулат Насырйән улы Байраҡаев дауам итәсәк. Уңыштар һеҙгә, сибайҙар һәм баймаҡтар!
Читайте нас: