+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 12:00

Үзбәкстан Президенты менән аралашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Үзбәкстан Президенты Шәүҡәт Мирзиёев менән телефондан һөйләште.

Улар декабрҙә уҙасаҡ дәүләт башлыҡтары Советы ултырышына әҙерлек барышы хаҡында фекер алышты. Был сара Үзбәкстан рәйеслеге менән видеоконференция форматында уҙасаҡ.

Шулай уҡ ике яҡлы һәм көн тәртибендә булған ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Киләсәктә лә Рәсәй - Үзбәкстан стратегия партнерлығын нығытыу, сауҙа-иҡтисад бәйләнешен киңәйтеү хаҡында ла килешелде. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш, Рәсәй вакцинаһын ҡулланыуға ла иғтибар бүленде.



Читайте нас: