+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 16:28

Онлайн-хакатонда ҡатнашҡығыҙ килһә...

Баш ҡалабыҙҙағы республика балалар белем биреү технопаркы виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ, 3 D моделләштереү буйынса «Яңы йыл AR-открыткаһы» тигән асыҡ республика онлайн-хакатонын ойоштора.

Ул 2 декабрҙән 12 ғинуарға тиклем онлайн рәүештә үтәсәк. Хакатонда «Кванториум» балалар технопаркында шөғөлләнгәндәр, инженер мәктәптәрҙә, синыфтарҙа уҡыған 9-ҙан 18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Бында көсөңдө һынап ҡарау өсөн үҙеңә оҡшаған программа тәьминәтен ҡулланырға мөмкин (blender, Unity vuforia, EV Toolbox). Башҡарған проект өҫтәмә ҡушымталар ҡулланмайынса шунда уҡ асылырға тейеш. Ҡатнашыусы конкурс эшендә AR-ҡушымтаны һүрәтләгән презентацияһын һәм эш алгоритмын (скриншот, фото, видео мөмкин) тәҡдим итә.
Һәр бер ҡатнашыусыға – сертификаттар, еңеүселәргә – дипломдар, уларҙың етәкселәренә Рәхмәт хаттары биреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте технопарктың «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/rtekhnopark төркөмөндә алырға була.
Читайте нас: