+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 11:06

Бөгөн – Билдәһеҙ һалдат көнө

3 декабрҙә Башҡортостанда ла, Рәсәйҙәге кеүек, Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле көн 2014 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән менән индерелгән.

Нәҡ ошо көндө, 1966 йылда Мәскәү эргәһендә Гитлер ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙең 25 йыллығын билдәләгән ваҡытта, ҡан-ҡойош урынынан – Ленинград шоссеһының 41-се саҡрымынан Александров баҡсаһында билдәһеҙ һалдат кәүҙәһе ерләнә.
Өфөлә Билдәһеҙ һалдат көнө уңайынан хәрби хәрәкәттәрҙә башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышының тәүге аҙнаһында башын һалған, сығышы менән Дәүләкән районынан булған 170-се уҡсылар дивизияһының ҡыҙылармеецы Яҡуп Миңлеғоловтың кәүҙәһе тыуған ерендә күмелер өсөн тапшырыласаҡ. Яугир ошо йылдың көҙөндә Псков өлкәһенең Себеж районында «102-се бейеклек» отряды тарафынан табыла.
Тантананан һуң республика Хәрби Дан музейында иң әүҙем эҙәрмәндәр Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы билдәләре һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы грамоталары менән бүләкләнәсәк. Республикабыҙҙың 11 муниципалитетынан 23 эҙәрмән награда аласаҡ. Уның алдынан эҙәрмәндәр Краснокама районынан Андрей Чуриндың медальон ҡушымтаһы һәм капсулаһын туғандарына тапшырасаҡ. Ҡыҙылармеец Тверь өлкәһе Ржев районында табылған.
Читайте нас: