+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 10:10

Медицина үҙәктәре асылыу уңайынан — видеоконференция

Коронавирус инфекцияһы менән сирлеләрҙе дауалау өсөн ҡайһы бер төбәктәрҙә Рәсәй оборона министрлығының медицина үҙәктәрен асыу уңайынан видеоконференция ойошторолдо. Унда Президент Владимир Путин да ҡатнашты.

— Бөгөн тағы ла беҙ коронавирус менән ауырыусылар өсөн оборона министрлығы тарафынан төҙөлгән дүрт күп функциялы үҙәк асабыҙ. Икәүһе — Әстрахан өлкәһендә, тағы икәүһе — Псковта һәм Североморскиҙа. Шулай уҡ Псковта беренсе махсус балалар үҙәге лә төҙөлдө. Шуны ла өҫтәп китәйем, саҡ ҡына һуңғараҡ ошо айҙа Көньяҡ Сахалинскиҙа медицина үҙәге сафҡа инәсәк. Беҙ планлаштырғанса, Әстрахан һәм Псков үҙәктәре төбәктәргә биреләсәк. Ә Североморск һәм Көньяҡ Сахалинскиҙағы үҙәктәр оборона министрлығы ҡарамағында ҡаласаҡ, шулай ҙа, быны айырыуса билдәләп үткем килә, халыҡҡа ярҙам күрһәтеләсәк.
Яңы учреждениелар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, юғары квалификациялы табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Былар бөтәһе лә коронавирус инфекциялы пациенттарҙы яҡшы итеп дауаларға мөмкинлек бирәсәк, — тип белдерҙе дәүләт башлығы.

Читайте нас: