+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 10:10

Күргәҙмә 30 декабргә тиклем эшләй

Баш ҡалабыҙҙа экологик йәшәү рәүешенә арналған интерактив күргәҙмә асылды. Был проект "МЕГА" һәм "Икеа" компаниялары башланғысы менән барлыҡҡа килгән.

Беҙ экологик һәләкәттәр һәм кешенең тәбиғәткә йоғонтоһо хаҡында йыш ишетәбеҙ, тик күп ваҡыт бының үҙебеҙ менән аныҡ нисек бәйләнгәнен аңламайбыҙ. Күптәр ниндәйҙер мәсьәлә ауыр хәл ителгәндә ҡасып ҡалырға тырыша, ә хәҙерге заман кешеһенең тормошон үҙгәртеү буйынса бәхәс йыш ҡына экологик йәшәү рәүеше алып бармағандарҙы тәнҡитләүгә килеп бәйләнә.
Был күргәҙмә кешеләрҙә экологик йәшәү рәүеше тәрбиәләү йәһәтенән асылған да инде. Ул "Экология" милли проектының "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү комплекслы системаһын булдырыу" федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тура килә.
Әйткәндәй, ял көндәрендә генә ойоштороусылар тарафынан ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн йорт өсөн 25 килограмм туҡыма әйберҙәр һәм 350 килограмм кейем-һалым йыйылған. Әле лә эш штатлы режимда дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте "МЕГА"ның сайтында табырға була. Теләүселәр өсөн күргәҙмә 30 декабргә тиклем Рубежный урамы, 174-се йорт адресы менән "МЕГА" сауҙа үҙәгендә эшләйәсәк.




Читайте нас: