+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 15:05

"Йәншишмә" эстафетаһы – "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналында

Бөгөн редакциябыҙға "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов ҡулына "Йәншишмә" гәзитенә яҙылған квитанцияһын тотоп килеп инде. Ә үҙе йылмайып:"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында гәзиткә яҙылыу буйынса эстафета ойоштороп ебәргәнһегеҙ икән. Ниңә мин ситтә ҡалырға тейеш әле, бына туған мәктәбемә гәзит-бүләк эшләнем",– ти. Вәт, шәп, Салауат ағай!

Быға Ишембай районының Ғүмәр мәктәбе уҡыусылары ныҡ ҡыуаныр инде.
Йәгеҙ, тағы кемдәр ҡушыла был акцияға?
Читайте нас: