+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 16:35

"Йәншишмә" эстафетаһы Сибайҙа дауам итә әле

Әле 2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара. Әйткәндәй, 3-өнән 13 декабргә тиклем яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде.Белеп ҡуйығыҙ:был акция ваҡытында "Йәншишмә"гә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып була. Ә беҙ әүҙем эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһын дауам итәбеҙ.

Артабан "Йәншишмә" эстафетаһын Сибайҙағы гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова ҡаланың 10-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алмабикә Мостафа ҡыҙы Шахмөхәмәтоваға тапшыра.Бик хуп !
Уңыштар һеҙгә, сибайҙар!
Читайте нас: