+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2020, 22:40

Башҡортостан «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре һаны буйынса лидерҙар рәтендә

2019 йылда республикабыҙҙа һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге 133 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылған. Улар «Мәғариф» милли проектының «Хәҙерге заман мәктәбе» федераль проектына ярашлы барлыҡҡа килгән.

Мәғариф һәм фән министрлығы, мәғарифты үҫтереү институты ҡарамағындағы был үҙәктәр берҙәм үҙәк селтәренә берләшкән. Уларға методик яҡтан ярҙам күрһәтелә, юғары белем биреү учреждениелары менән бәйләнеш булдырылған. 2019 йылда Башҡортостан «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге өсәүҙәр рәтенә ингән.
Ә 2020 йылда Башҡортостанда 42 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге булдырылған. 2021 йылда тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлештәрендә 638 үҙәк асыласаҡ. 2023 йылда республикабыҙҙа «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәренең һаны 813-кә етәсәк.
Читайте нас: