+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2020, 23:23

Әлшәй районында заманса кинозал асылды

Әлшәйҙәр өсөн ҡыуаныс булды. Район мәҙәниәт йортонда 400 урынлыҡ заманса кинозал асылды.

«Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы Раевка ауылы кинозалдарға ярҙам күрһәтеү буйынса Кино фонды конкурсының еңеүселәр исемлегенә ингәйне. Кинозал булдырыу өсөн 5 миллион һум күләмендә грант бүленде. Был суммаға заманса кино, тауыш ҡорамалдары, 3 D-күҙлек алынды. Алдағы киләсәктә милли, заманса һәм совет фильмдарын күрһәтеү күҙаллана, балалар өсөн дә кинолар ҡуйыласаҡ. Кинозалды асыу хөрмәтенә барыһына ла Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмы тәҡдим ителде.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2020 йылда Кино фонды аҡсаһына Башҡортостанда 6 кинозал асыласаҡ. Шуларҙың икәүһе – Дәүләкәндә, Иглин, Раевка, Саҡмағош, Стәрлебашта – берәр.
Читайте нас: