+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2020, 13:41

Өлфәт Мостафиндың исеме мәңгеләштерелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ мәрхүм булған Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафиндың исемен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Әлеге документ буйынса нимәләр эшләнәсәк һуң?

  1. Төбәгебеҙҙә төҙөкләндереү өлкәһендә йыл һайын бирелә торған Өлфәт Мостафин исемендәге республика премияһы булдырыласаҡ.
  2. Йыл һайын элекке ҡала мэры иҫтәлегенә халыҡ-ара волейбол турниры ойоштороласаҡ.
  3. Ҡаланың Калинин районындағы Волейбол үҙәге төҙөлөп бөткәндән һуң уның исемен йөрөтәсәк.
  4. Саҡмағош районында Өлфәт Мостафин уҡыған белем усағына мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ һәм Саҡмағош ауылындағы бер урамға уның исемен биреү тәҡдим ителә.
  5. Читайте нас: