+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2020, 00:15

“Йәншишмә” эстафетаһы дауам итә...

2021 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу осоро дауам итә. Беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ бер туҡтауһыҙ шылтырата, ҡыҙыҡһына һәм үҙҙәре лә эстафетаға ихлас ҡушыла. Бик шатлыҡлы күренеш! Әле бына элекке йәш хәбәрсебеҙ, Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова "Йәншишмә"гә яҙылыуы хаҡында хәбәр итте.

Артабан сылбырҙы райондаштарына тапшыра. Эстафетаны Иҫке Туймазы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтова ҡабул итә. Артабан кемдәр булыр? Туймазылар, һеҙҙән ҡыуаныслы хәбәрҙәр көтәбеҙ!
Читайте нас: