+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 10:20

Күп функциялы клуб асылды

Ҡариҙел районында күп функциялы ауыл клубын асыу тантанаһы үтте. Ул капиталь ремонттан һуң "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса барлыҡҡа килде.

Күп функциялы ауыл клубының матди-техник базаһын нығытыуға һәм ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 22 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Бинаның йөҙө тулыһынса үҙгәргән: тышҡы яғы яңыртылған, тирә-яҡ биләмәһе төҙөкләндерелгән, эсендә косметик ремонт яһалған. Ауыл клубы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Инде хәҙер артистар һәр байрам сараһын ҡыҙыҡлы һәм сағыу итеп эшләй ала.

Асыу тантанаһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин һәм мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты. Улар бында йәшәүселәрҙе сәләмләп, күп функциялы клуб асылыу менән ҡотланы.

Яңыртылған клубта бөтә уңайлы шарттар булдырылған, һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөлдө таба ала.


Читайте нас: