+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 16:58

Нефтекаманың балалар сәнғәт мәктәбе – Рәсәйҙә иң-иңе!

Нефтекаманың балалар сәнғәт мәктәбе Рәсәйҙә иң-иңе тип табылды. Улар «2020 йылда иң яҡшы өҫтәмә белем биреү учреждениеһы» номинацияһында еңеүсе булды.

Унан алда әлеге балалар сәнғәт мәктәбе «Илдең иң яҡшы 500 белем биреү ойошмаһы – 2020» Бөтә Рәсәй конкурсының «Балалар һәм өлкәндәргә иң яҡшы өҫтәмә белем биреү ойошмаһы» номинацияһында лауреат булғайны. Был учреждениела 800-ҙән ашыу бала белем ала. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстарында йыш ҡына призлы урындар яулай.
Читайте нас: