+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 15:45

“Йәншишмә” эстафетаһы – күренекле шәхестәрҙә

Башҡортостан уҡытыусылары ярҙамы менән гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Был акцияға, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа өлкәлә эшләгән, матбуғат яҙмышына битараф булмағандар ҙа ихлас ҡушыла. Шундайҙарҙың береһе - "Башҡортостан" киностудияһының баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы Иҫәндәүләтова "Йәншишмә", "Аҡбуҙат", "Шоңҡар", "Йәшлек", "Ағиҙел" баҫмаларына яҙылған. Афарин!

Артабан уның яҡташы, "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Миңлебай улы Әминев, Башҡорт академия драма театрының халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина, шулай уҡ яҡташтары, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов һәм ауылдашы, Баймаҡ ҡалаһы балалар ижады үҙәге директоры Әлмирә Варис ҡыҙы Дәүләтшина эстафетаны ҡабул итә. Вәт, шәп! Бына шулай баймаҡтар өлгө күрһәтә! Әйҙәгеҙ, тағы кемдәр ҡушыла?
Читайте нас: