+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 10:23

Ангела Меркель менән телефондан аралашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия Федератив Республикаһының федераль канцлеры Ангела Меркель менән телефондан һөйләште.

Улар Таулы Карабах хәл-ваҡиғаһы хаҡында ентекле фекер алышты. Владимир Путин хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу йәһәтенән күрелгән сара, Рәсәй тыныслыҡ һаҡлаусыларының эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Был хәрби бәрелештәрҙән зыян күргән халыҡ проблемаларын хәл итеү мөһимлеге лә билдәләнде. Ошо йәһәттән махсуслашҡан халыҡ-ара структураларҙы эшкә йәлеп итеү кәрәклеге, алдағы киләсәктә ике яҡтан да хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙары белдерелде. Аралашыу ваҡытында ҡайһы бер көнүҙәк темалар ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылманы. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса артабан да Рәсәй һәм Германия Федератив Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары араһында бәйләнеш булдырыу, шул иҫәптән вакцина мәсьәләләре хаҡында ла һүҙ алып барылды.
Читайте нас: