+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 11:45

«Бишек. Халҡымдың бишек йырҙары»на йомғаҡ яһаласаҡ

«Тамыр» телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә «Бишек. Халҡымдың бишек йырҙары» исемле конкурсы ойошторғайны. Ул «Бала башҡарған бишек йыры», «Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры», «Бишек эшләү оҫтаһы» номинациялары буйынса үткәрелде.

Бәйгегә барлығы 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителде. Уларҙы билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ата-әсәләрҙән торған жюри төркөмө баһалап, финалға 24 ҡатнашыусыны һайлап алды. «Бишек. Халҡымдың бишек йырҙары»на йомғаҡ 10 декабрь «Башҡортостан» концерт залы сәхнәһендә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Тамыр» каналдары аша ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: