+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 02:15

“Йәншишмә” эстафетаһы Туймазыла ҡыҙғандан-ҡыҙа

Әле гәзит-журналдарға арзан хаҡҡа яҙылыу осоро дауам итә. Кемдәр өлгөрмәгән, әйҙәгеҙ,ашығығыҙ! Был яҡтан Туймазы уҡытыусылары әүҙемлек күрһәтә генә. Бер-береһенә шылтырата, хәлен белешә һәм гәзиткә лә яҙылып ҡуя. Шәп! Эстафетаны ҡабул иткән Туймазы ҡалаһы 4-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Булат ҡыҙы Хаитова ла “Йәншишмә”ле булды. Шатлыҡлы күренеш!

Артабан эстафета Ҡандралағы 2-се мәктәптең ошо уҡ фән буйынса уҡытыусыһы Румия Мөғәллим ҡыҙы Ғәлиуллинаға тапшырылды. Бына нисек эшләй уңған, әүҙем уҡытыусылар! Улар бөтәһе лә маҡтауға лайыҡ!
Читайте нас: