— Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау шулай уҡ мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Коронавирус йылында төп ҙур объекттарҙың тапшырылыуы ла беҙҙең өсөн бик мөһим. Волгоградта Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан "Ватан-әсә саҡыра" һәйкәле яңыртылды. Тула музейҙар һаны буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Әйтеүҙәренсә, бында ғаиләләре менән шәмбе, йәкшәмбе көндәренә ял итергә килеүсе туристарҙың барыһын ҡарап сығырға ваҡыттары етмәйәсәк. Яңы ҡыҙҙар монастыры ла — бик мөһим объект. Сиркәү менән берлектә бик етди эш алып барыла, — тип белдерҙе мәҙәниәт министры.