-27 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 09:11

Сиратты күҙәтеүҙә тоторға ярҙам итәсәк

Республикабыҙҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы мәғлүмәт терминалдары ҡуйылды. Баш ҡалабыҙҙағы 2-се стоматология поликлиникаһы "Электрон сират" системаһы буйынса пациенттарҙы ҡабул итә башланы ла инде.

Белгестәр билдәләүенсә, әлеге система поликлиникалағы сиратты күҙәтеүҙә тоторға ярҙам итәсәк, стоматологик ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән пациенттарҙың учреждениела булыу ваҡытын кәметәсәк. Шулай уҡ кәрәк булған осраҡта граждандарҙы онлайн-режимда ҡабул итеү һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Әйткәндәй, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса республикабыҙ медицина учреждениеларына 235 мәғлүмәти сенсор терминалы һәм 470 дисплей алынды.





Читайте нас в