+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 10:22

«Өфө буйынса «Ҡала легендалары» мобиль гид-ассистенты» проекты эшләй башлай

«Өфө буйынса «Ҡала легендалары» мобиль гид-ассистенты» проекты республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан хуплау табып, ҡала хакимиәте менән берлектә ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Гид-ассистент баш ҡала ҡунаҡтары, шулай уҡ урындағы халыҡ өсөн дә файҙалы мобиль мәғлүмәт сервисы буласаҡ. Ул еңел һәм мауыҡтырғыс рәүештә теләүселәрҙе Өфөнөң тарихы, мәҙәниәте һәм бөгөнгөһө менән таныштырасаҡ.
Мобиль сервисының төрлө функциялары бар, шул иҫәптә ҡаланың айырым иҫтәлекле урындарының фото, видео, аудио форматтарҙа презентациялары, әҙер мультимедиа экскурсиялары, навигация оҙатыуы. Сервистың интерфейсы урыҫ, башҡорт, инглиз телдәрендә булыуы ла бик уңайлы.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: