+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 09:23

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ноутбуктар алынды

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу" федераль программаһы буйынса Туймазы районының фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн 23 ноутбук алынды.

Был медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, Туймазы медицина колледжының сығарылыш студенттары берҙәм мәғлүмәт базаһында электрон документ әйләнешен алып барыуҙы тәьмин итеү өсөн "Промед" программаһында эш буйынса инструктаж үтте. Туймазы үҙәк район хәстәханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин билдәләүенсә, Туймазы районында халыҡты тәьмин итеүсе фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эш урындары персональ компьютерҙар менән йыһазландырылыуы ҡыуандыра. Әлеге проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы фельдшер-акушерлыҡ пункттары фельдшерҙары электрон медицина документ әйләнешен алып бара, район һәм ҡала поликлиникаларына тар белгестәргә консультацияларға йүнәлештәр бирә, үҙәк район дауаханаһы менән телемедицина консультациялары үткәрә ала.


Читайте нас: