+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 09:38

Мәшғүллекте 2019 йыл кимәленә күтәреү бурысы ҡуйылды

Президент Владимир Путин видеоконференция режимында иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

— Беҙҙә нимә бара? Килемдәр аңлашыла, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл кәмене. Хеҙмәт баҙары билдәле ауырлыҡ кисерә, беҙҙә эшһеҙлек артты, 4,7 - 4,8 процент ине, 6,8-гә әйләнде, әле бер аҙ кәмерәк — 6,3. Әйтәйек, был АҠШ менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ, ә еврозонала тағы ла юғарыраҡ. Ә икенсе күрһәткестәр менән нимә эшләргә һуң? Атап әйткәндә, хаҡтар артыуы менән, бигерәк тә аҙыҡ-түлеккә? Быға пандемия ғәйепле түгел. Тәүге ике осрағы аңлашыла: етештереү ҡыҫҡартыла, эш көсө кәмей. Бер кемгә лә килемдең кәмеүе оҡшамай. Һеҙ үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлайһығыҙҙыр инде, беҙҙең илдә, донъяла барған ауырлыҡтарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәм: Хөкүмәт алдында алдағы йылдың аҙағына тиклем мәшғүллекте 2019 йыл кимәленә күтәреү бурысы ҡуйылды, — тип белдерҙе дәүләт башлығы.



Читайте нас: