+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 10:31

Башҡорт теле көнөндә ниндәй саралар үтәсәк?

14 декабрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килә. Башҡорт теле көнөн, шулай уҡ 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп иғлан итеү башланғысы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһағайны.

Был көндө онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтәсәк, Башҡорт теле йылына, алдан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһаласаҡ.
14 декабрь көндө мәғариф һәм фән министрлығы республикабыҙҙың билдәле шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобын ойоштора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм республикалағы халыҡтар телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар тапшырыу конкурсында еңеүселәрҙең проекттарынан күргәҙмә-презентация үткәрәсәк.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә Башҡорт теле көнөнә һәм күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған күп саралар ойоштороу ҡаралған. Уның һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ, асыҡ дәрес билдәле шағирҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға бағышланасаҡ.
Байрам саралары республикабыҙҙың бөтә мәҙәниәт учреждениеларында күбеһенсә онлайн рәүештә ойошторола. Уларҙың тулы исемлеге менән мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға була.
Байрам сараларына республикабыҙ халҡы ғына түгел, Рәсәй төбәктәре лә ҡушыласаҡ. Мәҫәлән, был көндө Пермь крайының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге «Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым» тигән мәҙәни-мәғлүмәт акцияһы үткәрәсәк. Ырымбурҙа Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе яҙыусылары менән ижади осрашыу ҡаралған.
Байрам сәнғәт оҫталары концерты һәм Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау тантанаһы менән тамамланасаҡ. Был көндө башҡорт милли кейем тегеү оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре исемдәре лә билдәле буласаҡ.
.
Читайте нас: