+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 03:25

Баймаҡтарҙың Ҡыш бабайы гәзит-бүләк тарата

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана методисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Ағинәй" ойошмаһы кураторы Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы Иҙелбаева - Ҡарһылыу ҡыуанып:

– Мин "Йәншишмә"гә яҙылып, ике ғаиләгә бүләк иттем. Тиҙҙән Яңы йыл бит. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән өлгөлө, күп балалы Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар ғаиләһенә. Улар 11 бала үҫтерә: Илсиә, Илгиз, Вилиә, Гөлфиә, Таңгөл, Заһиҙә, Зөмәрә, Нәфисә, Заур, Нәргизә һәм Камил. Ә икенсе ғаилә – Гөлназ һәм Ғәзиз Ғүмәровтар. Мөхәббәтле ғаиләлә Ғәйсәр, Сабина һәм Кинйә исемле балалар үҫә. Бүләккә барыһы ла бик ныҡ шатланды. Хатта кескәйҙәр ихлас шиғыр һөйләп тә, йырлап та күрһәтте, – ти Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы.
Вәт, шәп булған. Баймаҡтарҙың Ҡарһылыуы ҡалай йомарт!
Читайте нас: