+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 09:31

"Рәсәй радиоһы"н юбилейҙары менән ҡотланы

Президент Владимир Путин "Рәсәй радиоһы" дәүләт радиотапшырыуҙар компанияһының 30 йыллығы уңайынан ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

— 1990 йылда булдырылған "Рәсәй радиоһы" үҙенең сафында ижади үрҙәрҙе яуларға әҙер булған абруйлы белгестәрҙе һәм маҡсатлы йәштәрҙе берләштерҙе. Иң яҡшы журналистика тәжрибәһен һәм мәғлүмәт эшендә яңы алымдарҙы ҡулланып, компания коллективы һәр ваҡыт заман менән бергә атларға тырышты, радиожурналистика абруйын юғары кимәлгә күтәрҙе. Был матур йолаларҙы лайыҡлы дауам итеүегеҙ, алдынғы технологияларҙы әүҙем үҙләштереүегеҙ, радио тыңлаусыларға киң даирәле программалар тәҡдим итеүегеҙ ҡыуандыра, — тиелә ҡотлау телеграммаһында.


Читайте нас: