+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 23:05

55 йәштән өлкәндәр өсөн – яңы проект

1 декабрҙән «Өлкәндәр өсөн мәғлүмәти-ял итеү үҙәге» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Был проект Өфө ҡала хакимиәте башлығы грантына конкурста «Өфө – әүҙем ҡала» номинацияһында еңеүселәр рәтенә инде.

Уның үҙенсәлеге нимәлә һуң? Проект 55 йәштән үткән әүҙем өлкән кешеләрҙе берләштерәсәк. Уны «Бәхет» халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге Өфө үҙәк ҡала китапханаһы менән берлектә ойоштора. 2021 йылдың ғинуар айынан ошо китапхана нигеҙендә 55 йәштән өлкәндәр өсөн һынлы сәнғәт арт-терапияһы түңәрәге эшмәкәрлеген башлаясаҡ. Проекттың партнёры – Елена Любименко. Яҙылыу иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 216 – 47 – 19 телефоны буйынса алып барыла.
Читайте нас: